Янынан үтеп-һүткәндә бик күрмәгәнбеҙ, бигерәк йәмле ауыл икән дә! Хәйер, йәме булмаған ауыл бармы ни донъяла - ата-баба ҡайҙа нигеҙ һалырға икәнен яҡшы белгән. Йәмлелеге йәмле, ауыл урамында бер кеше лә осраманы. Малдар ғына йөрөй. Ары һуғылдыҡ, бире бәрелдек - тып-тын. Бына матур быуа, бына ике ҡатлы йорттар (совхоз заманында был өйҙәрҙә, мәж килеп, күп кеше йәшәр тигәндәрҙер, әле күренеп тора - йорттар үҙҙәрен насар тоя).
Балалар майҙансығы ла булған икән. Хәйер, әле лә бар, тик эсен үлән баҫҡан, күптәндән бала аяғы баҫмаған был майҙанға.
Магазин... Исеме генә ҡалған. Ике ҡатлы ҡасандыр мәктәп булған бинаға юл тоттоҡ, элегерәк килгәндә, бында ФАП эшләй ине, хатта балалар баҡсаһына бер-ике бала уйнап йөрөй ине. Әле ишеге бикле. Кергән тимер ҡапҡаһында бер пар нәски эленеп тора, балалар нәские. Ниндәйҙер бала, нәскиҙәрен сисеп, ялан аяҡ ҡайтып киткән булдымы икән? Ишек алдында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә тип төҙөлгән һәйкәл тора.
Яҙлауҙан ялыуҙар күбәйгән икән тигәйнеләр, шуға барған инек...