Ул хатта ошо осрашыуҙан һуң яҙылған мәҡәләнең исемен дә иҫләй ине гел "Баллап-майлап". Унан ары осрашыуҙар нисә тапҡыр булды икән - һанайым тиһәң дә, һанап бөтөрөрлөк түгел. Ниндәй сара булмаһын, ниндәй ваҡиға булмаһын ул гел беҙгә өндәште, улай ғынамы, барған һайын яҡты йөҙ менән ҡаршы алыр ине, өҫтәле лә гел ҡунаҡ көткәндәй, тулы булыр ине. Былары ярар, беҙҙең гәзитте "сит" кеше үҙ итте, номер һайын булмаһа ла, йыш ҡына, гәзиттең фотоһын ебәреп, был һан шәп сыҡҡан, анауы мәҡәлә ғәләмәт булған тип баһаһын биреп тә ҡуйыр ине. Бындай иғтибарҙан беҙ әллә кем, Баймаҡҡа алып ҡайтып, атайға уҡытам, ул да һеҙҙе маҡтай тип, беҙҙең күңелде оторо күтәреп ебәрҙе.
...Китә икән. Дөрөҫөрәге, киткән дә инде. Ҡыҙыҡ был донъя, быға тиклем ике ятып бер төшөңә инмәгән, белмәгән кеше шулай яҡын булып китер, уның китеүе күңелдә һағыш тыуҙырыр тип кем уйлаған?
Дим биҫтәһендәге мәктәпкә директор итеп саҡырғандар, Дим отто, ә Күмертау нимә эшләр, БРГИ ни ҡылыр?
Гимназия тормошонда, беҙҙең тормошта яҡты эҙ ҡалдырҙығыҙ, беҙ ҙә һеҙҙең хәтерҙә арыу кешеләр булып һаҡланырбыҙ тип ышанғы килә.
М. Рәхимов исемендәге 3-сө Башҡорт гимназия-интернатына хәҙер кем директор булып килер - күрербеҙ, ә Ш. Тимербулатовҡа уңыштар теләйбеҙ, баяғы мәҡәләне иҫкә төшөрөп, алдағы тормошоғоҙ балдай татлы, ә эштәрегеҙ, майлайғандай, шыма барһын, Шайморат Азамат улы!