-3 °С
Ҡар
Итектәр. Ике пар. Кемдер әллә уларҙы күп итеп алған да (икеһе лә, игеҙәктәр кеүек, бер иш), артҡанын сығарып ҡуйған, әллә, күҙе ҡыҙып, бер юлы ике пар итеп һатып алған, ә улар аяҡтарға тап килмәгән - нисек булһа ла, итектәр ҡояшта йылтырап урам буйында ултыралар. Өр яңылар. Береһе күреп, алып китһен тигән маҡсатта сығарғандарҙыр уларҙы, мәрхәмәт йөҙөнән. Йәл, беҙгә яраманы, алыр ҙа китер инек.