Йәшәйеш
2 Октябрь 2024, 04:17

Рәшит ағай етмәй

"Айыҡ ауыл" конкурсы район буйлап гөрләп бара.

Рәшит ағай етмәйРәшит ағай етмәй
Рәшит ағай етмәй

Билдәле, һәр ерҙә нимәлер тип телмәр тоторға кәрәк, һәр ауыл үҙенсә, бер-береһенән айырылалар, шуға тап ошо ауылға, халыҡҡа ярашлы итеп, килешле, тап ошо ергә тура килгән телмәр әйтергә кәрәк.
...Бер нисә ауылда булдыҡ - һәр ерҙә бер үк телмәр ишеттек. Ятлап алынған. Был һүҙҙәр Бальзаға ла ярай, Яманһарыға ла, Көйөргәҙе менән Илкәнәйгә лә бата. Рәшит ағай Солтангәрәевтың бер мәҙәге иҫкә төштө, бына ул:

"70-се йылдар, Красноярск өл­кәһендә Совет әҙәбиәте көндәре бара. Себергә илдең күренекле яҙыусылары йыйылған, уҡыусы­лар менән осрашыуҙар яһайҙар.
Шағирҙарға еңел ундай ва­ҡытта: шиғыр уҡый ҙа ҡотола. Шиғырының ҡайһылай булыуына ҡарамаҫтан, ҡул сабалар, ә про­заиктың хәл ҡатмарлы: хикәйәң­де, романыңды уҡып тороп булмай бит инде, ҡыҫҡа ғына, кү­ңелле хәбәр һөйләргә кәрәк.
Бикчәнтәев һәр урында үҙе уйлап сығарған бер мәҙәкте һөйләй икән: «Когда я уехал из моего родного города Уфы, наши аксакалы сказали: «Анвер, когда будешь выступать, стой на одной ноге, чтобы не утомить людей…»
Аҙна буйы ошо хәбәрҙе һөйләй, көнөнә өс-дүрт урында.
Бер көндө был ни сәбәп менән­дер иптәштәренән тороп ҡала, әҙәби кисә унһыҙ башлана. Ғә­ҙәттәгесә кем шиғырын уҡый, кем хәбәрен һөйләй. Шул саҡ аралағы латыш яҙыусыһы сыға ла һөйләй башлай: «Когда я уехал из моего родного города Риги, наши ак­сакалы сказали…» Ҡыҫҡаһы, тотош ҡына Бикчәнтәев ағайҙың мәҙәген һөйләй ҙә сыға. Бер аҙҙан залға Бикчәнтәев үҙе килеп инә. Шунда уҡ һүҙ бирәләр. Был трибунаға сыға ла һүҙ башлай:
– Когда я уeхал из моего города Уфы…
Зал аптырашта, ә президиумда­ғылар баштарын өҫтәл аҫтына тығып көлә, ә Бикчәнтәев ағай, ну минең мәҙәгемде яраттылар, тип дәртләнеп һөйләй бирә.
Хәлде быға аҙаҡ ҡына аңлата­лар. Ни ҡылһын инде, бер ағара, бер күгәрә лә, башҡа һөйләмәҫ була.
Теге латыш, хәҙер ҙә килеп, беҙҙең ҡайһы бер яҙыусыларҙы аҡылға ултыртып китһә, бик килешер ине".
Үҙ сиратыбыҙҙа Рәшит ағай, теге латыш кеүек, ҡайтып, ҡайһы берҙәрҙе аҡылға ултыртып китһә, бик килешер ине тибеҙ.

Автор:
Читайте нас