Анау сама матурлыҡты кем эшләгән (йыбанмай), үҙ донъяһын, улай ғына түгел, бөтөн ауыл донъяһын, кем шулай матурлаған - ҡапҡа алдары торғаны менән үҙе бер күргәҙмә бит.
Беҙ теге саҡ шулай иттек тә. Бер үтеп киттек, түҙмәй, әйләнеп килеп, тағы бер ҡат үттек. Матурлыҡ үҙенә шулай ылыҡтырып, янынан ебәрмәй, байтаҡ тотто.
Ниндәй ауыл ул? Молокан.