Ябай юл түгел, әйтеп аңлатыуы артыҡ - яу яланына юллана.
Беҙ уны ошо ике йыл эсендә нисә тапҡыр ҡаршы алып, нисә тапҡыр оҙаттыҡ икән? Ул ҡайтҡанда илереп ҡыуанабыҙ, оҙатҡанда инде, борсолоп бер булабыҙ, донъяла кешелек уйлап тапҡан ниндәй яҡшы, изге теләктәр бар, бөтәһен дә теләйбеҙ.
Беҙ нимә, Илдарҙың ҡатыны менән бынау сабый бала һуң!
Ул ҡайта, ул китә... Үҙе менән йөрәгебеҙҙең бер өлөшөн дә алып китә.
Бик аҙ ғына ваҡыт үтһен һәм беҙгә тағы ла шатланып ҡысҡырырға яҙһын: йүгерә-йүгерә ҡатыны, ҡыҙы, туғандары янына Илдар ҡайтып килә!