+1 °С
Облачно
Бер әсә, ирен 2022 йылдың көҙөндә яуға оҙатҡан ҡатын, шулай тип хәбәр һалды.
- Ниңә?
- Балаларым башҡа атайҙарҙың сабыйҙары менән йөрөүен күрә лә илай башлай...
Бөгөн байрам. Атайҙар байрамы. Теләге булған һәр береһе үҙенең атаһын, балалары янына ултыртып ҡуйып, ирен, йә булмаһа, атай кеше үҙен ҡуйып, ошо байрамды билдәләп үтә (күрегеҙ: бына ниндәй минең атай, ҡарағыҙ - ирем хәтәр шәп атай, һоҡланығыҙ - мин иң өлгөлө атай...). Элегерәк булһа, ҡотлауҙар ҙа башҡараҡ яңғырар ине: һаулыҡ, атайҙың күп итеп аҡса алып ҡайтыуын, эсмәүен, ситкә йөрөмәүен теләр инек, бәлки. Бөгөнгө теләктәр аҙ ғына икенсерәк. Атай балаһы, бала атаһы янында үҫһен. Балаларыбыҙ тышҡа сығырға ҡурҡмаһын.