Йәшәйеш
20 Октябрь 2024, 03:17

Яҡты донъя бер ҡарайһа, бер ағарыр

Мөхәббәтең ҡасан тоҡанып киткәнен, ниндәй мәлдә, минутта йөрәктә һөйөү ҡабыныуын кем белә? 

Яҡты донъя бер ҡарайһа, бер ағарырЯҡты донъя бер ҡарайһа, бер ағарыр
Яҡты донъя бер ҡарайһа, бер ағарыр

Мостай ағаға ҡарата ла шулай - ниндәй ваҡыттан, китабынан башлап яралды был һөйөү? Йәмилдәнме, Кендектәнме, Үлмәҫбайҙанмы? Нисек булһа ла булғандыр, тик был һөйөү бер тотоп алды ла ебәрмәне. Үҫмер саҡтың бер хыялы - М. Кәримде күреү. Оялсанлыҡ көслө, Өфөлә булһам да, янына барырға ҡыйыулыҡ етмәне, мин килдем, һеҙ оҡшайһығыҙ тип барып торайыммы, Шағирға һөйөү, ҡыҙға булған шикелле, алабарманлыҡ килешмәй. Армияла булғанда ла ошо хыял тынғылыҡ бирмәне, ҡурҡыу хисе барлыҡҡа килде: мин ҡайтҡансы үлмәһә генә ярар ине.
... Теләк көслө булһа, ул тормошҡа аша икән - осрашыу булды. Шағир мине көтөп алды. Мостай ҡулынан ризыҡ ейергә яҙҙы хатта ("Минең йортома килгәнһегеҙ икән, ризыҡтан ауыҙ итегеҙ").
- Берәй яңы әҫәр яҙмайһығыҙмы? - Мостай ҡулы яҙғанды уҡығы килә, иҫке китаптары, ҡат-ҡат уҡый торғас, таушалып бөткән.
- Юҡ, хәҙер мемуарҙар менән генә ултырам.
Ярты сәғәттән саҡ ҡына артығыраҡ булған осрашыу, хыял тормошҡа ашты кеүек, тик танһыҡ ҡанманы.
- Һин Көйөргәҙенән бит әле, унан сыҡҡан яҙыусы бар, Рәшит Солтангәрәев, - Мостафа Сафа улы бер аҙ тын торҙо,- порядочный кеше ине. 
...Яҡты донъя бер ҡарайһа,
Бер ағарыр.
Бөтөн күңел бер кителһә,
Бер ямалыр.
Тик ҡараны ағартам тип,
Яфа сикмә.
Туң күңелде иретәм тип,
Өмөт итмә.
Форсатың бар, балам, аҡҡа
Ҡара яҡма.
Нескә күңел йыуаш була,-
Шуны яҡла.
Шуны ҡаҡма.

...Аҡыллыға серем систем:
Үҙе теләп
Улы итте;
Бер ахмаҡҡа серем систем —
Теләмәҫтән
Ҡоло итте.
Ошо кәңәштәр буйынса йәшәргә маташыла, һәр саҡ килеп сыҡмай.
Юбилейың менән, Шағир.

Автор:
Читайте нас