Юлай Камил улы ӘМӘКӘСОВ, 1994-1997 йылдарҙа 3-сө БРГИ-ның директоры:
- Был уҡыу йортонда 1994 йылдың 1 сентябренән директор булып эшләй башланым. Беҙҙең маҡсат булып мәктәп-интернатты Башҡорт гимназия-интернатына әйләндереү булды. Миңә был эште атҡарып сығырға “Тере шишмәләр” ойошмаһына йөрөүсе Альберт мәрхүм Юлдыбаев, Спартак Хөсәйеновтар ныҡ ярҙам итте. Аллаға шөкөр, ҡатмарлы эште лә уңышлы атҡарып сыҡтыҡ. Аҙаҡ өс йыл эсендә башҡорт мөхитендә уҡыта һәм тәрбиә бирә алырлыҡ уҡытыусылар, тәрбиәселәр тупланыҡ. Шул саҡта бер ниндәй ҙә аңлашылмаусанлыҡ булманы, шуға шатланам. Миңә унда 32 йәш ине, ярҙамсыларым да йәш булдылар. Әлеге ваҡытта мәрхүм булған Нур Туҡаев һәм башҡалар менән көнө-төнө бергәләп эшләнек. Иң мөһиме ата-әсәләр ҙә күтәреп алды, балаларын күпләп беҙгә уҡырға алып килделәр.
Медицина буйынса ла уҡытыу профиле асып ебәреүгә ирешкәйнек. Йыл да 13-15 уҡыусыбыҙ Башҡорт медицина университетына бер тин түләмәй уҡырға инә торғайнылар. Етмәһә, ундағы уҡытыусылар гимназиябыҙға үҙҙәре килеп имтихандар алды. Ғәләмәт булған бит. Был эште атҡарыу еңел булманы, әлбиттә. Башҡорт медицина университеты ректоры менән һөйләшеүгә күп тапҡырҙар барырға тура килде. Тәүге ике тапҡыр барғанымда бармағы менән генә ишеккә төртөп күрһәтеп сығарып ебәрҙе. Өсөнсө тапҡыр барғанымда, һин Башҡортостандағы иң ныҡыш директоры икәнһең, тип гимназиябыҙ менән бәйләнеш булдырыуға ризалығын бирҙе. Ул йылдарҙа медицина университетына уҡырға ингәндәр хәҙер матур итеп эшләп йөрөйҙәр.
Башҡортостандың Халыҡ шағиры Мостай Кәрим менән гимназияла осрашыу үткәрҙек. Осрашыуҙы яҡташ яҙыусыбыҙ Рәшит Солтангәрәев ойошторҙо. Рәшит ағай беҙҙең гимназияны ныҡ яратты, һәр саҡ кереп хәл белешеп сыға торғайны. Шул саҡта бер малай унан: “Рәшит ағай, яҙыусы булыу ҡыйынмы ул?” тип һорағайны. Рәшит Солтангәрәев ауыр, ә Мостай Кәрим рәхәт тип яуаплағандан һуң рәхәтләнеп көлгәнебеҙ иҫтә ныҡ ҡалған.