Утын, башҡаһын ташығанда ла арҡандың нисек бәйләнгән икәнен иғтибарлап ҡарайҙар. Былары - ауылда. Ҡалала бесән ташығаны һирәк, ә бына мебель ташыйҙар. Уны ташыуҙың да үҙ серҙәре барҙыр, бөгөн Химчистка янында бер кеше шкафын төшөрөп ҡалдырған. Бәхеткә, улары емерелмәгән, машиналар ҙа был шкафты урап үтәләр, әйбер ҡыйбат заман, төртөп ҡуймайыҡ. Уңарсы булмай, мебель хужаһы килеп етте, артына әйләнеп ҡаранымы, машинаһының еңеләйеп китеүен һиҙҙеме, мөлкәтен кире тейәп алып китте.
Шкафтың ғына төшөп ҡалыуы әллә ни түгел, яҙмыш арбаларынан үҙебеҙгә, унан бигерәк иртә төшөп ҡалмай, иҫән-һау барырға ине.
Эх, был ғүмер тигәндәре
Арбаһы ла санаһы...
Нығраҡ итеп тотонаһы
Сабаһы ла сабаһы.