Бар ул йәшәр ер, балаларға кәрәк. Яҡынса, әле йәшәгән саҡлыһын самалап, ҡараһам... Сәстәр үрә торҙо. Әлегеләй фатир алам тиһәң, ҡалала яҡынса 100 мең һум зарплаталы эш кәрәк. Банк калькуляторы шулай тине. Бер нисә йыл элек ошондай фатир хаҡы 1400-1500 мең һум тора ине, уны ипотека менән егерме йылға алғанда ла айына 11 меңдән саҡ ҡына күберәк түләргә ине, ә бында - 30 йылға! Һәм айына 68 мең һум түләргә, уңарсы кеҫәңдә беренсел түләр өсөн 333 меңең дә булырға тейеш.
Ошо хәлде, һөйөнсөләп, танышҡа һөйләһәм, ул "тынысландырҙы": калькуляторға ышанма, банкка барһаң, процент та арта, ипотека өсөн түләгән суммаң да арта. Булғанына шөкөр итеп, йәшәй бир, фатир хәҙер күптәр өсөн буй етмәҫ хыял ғына булып ҡаласаҡ.
Хушығыҙ, хыялдарым.