Спорт менән шөғөләнһәң, шәп була тиҙәр бит, шуға өйҙә генә тик ятырға ярамай, ниндәйҙер хәрәкәттәр яһарға кәрәк тиҙәр. Ҡалала йәшәгән кеше өсөн инде быныһы, теләһә ниндәй спортзалдарға йөрөгән улар йөрөһөн, ауылда хәрәкәт былай ҙа етерлек, һарайҙа тиреҫ ырғытып керһәң, үҙеңде Шварценеггер һымаҡ тояһың, ауылда барыбер спортзал да юҡ тиер кемдер. Йәне теләгән йылан ите ашаған тиҙәр, спорт өсөн ҙур-ҙур залдар ҙа кәрәкмәй, һарайҙа эшләп кереү ҙә етмәй - тәндең бөтә ағзалары хәрәкәт итеп бөтмәй. Барлыҡ ағзаны һелкетеп алыу өсөн скандинавса атлап йөрөү шәп тиҙәр. Был спорт төрө беҙҙең районда ла модаға инде, былтыр ҡыш әллә нисә ауыл Юшатырға фотоларын ебәрҙе (был фотола - Зәктең ҡыҙҙары).
Скандинавса йөрөү өсөн аҡыл кәрәкмәй - таяҡ тоттоң да киттең, тип уйлау ҙа дөрөҫ түгел, һәр нимәнең рәте була, таяҡ тотоп йөрөүҙең дә рәте бар. Уны ҡайҙан белергә, йә яңғылыш йөрөп, берәй еребеҙ ҡыйшайып ҡалыр тип һораһағыҙ, яуап бирәбеҙ; саҡ ҡына сабыр итегеҙ, тиҙҙән районға скандинав таяҡтары менән йөрөү буйынса тренер килә, район үҙәгендә барса халыҡты йыйып, нисек атлап йөрөргә кәрәк икәнен күрһәтәсәк.
йыл