Все новости
Йәшәйеш
8 Ноября , 10:11

Айсыуаҡта байрам ҡайғыһы юҡ

Был ауыл "Айыҡ ауыл"дан баш тартҡан.

Айсыуаҡта байрам ҡайғыһы юҡ
Айсыуаҡта байрам ҡайғыһы юҡ
Ауыл биләмәһе башлығы Марина Букреева беҙгә, иң ҙур ауыл биләмәһе булараҡ, иң күп егеттәрҙе яуға беҙ ебәрҙек. Улар йыраҡтарҙа үлем менән йәшәү араһында, көнө-төнө ҡурҡыныс аҫтында йөрөгәндә, беҙ бында байрам яһап ултыра алмайбыҙ, тине. Ермолаево, Айсыуаҡ ауылдары халҡы бейеп-йырлап, ҡоймаҡ ашап йөрөүгә ҡаршы, сходта ла был турала әйттеләр, үҙемә килеп тә әйтәләр. Мин үҙем дә төрлө күңел асыуҙарға ҡырҡа ҡаршымын. 
"Айыҡ ауыл" бөгөн Свободала булырға тейеш ине (сират уларға етте). Ауыл башлығы Свободала байрам яһарлыҡ кеше ҡалманы, Кинйә-Абыҙҙа буласаҡ, тине беҙгә. Уныһын да киң итеп үткәрмәйбеҙ, ике кеше генә килә - Юлай Ишмөхәмәтов һәм Данил Акилов (эх, егеттәр, байрам булған ергә генә түгел, проблемалар булған ерҙәргә лә шулай йүгереп барһағыҙ икән). 
14 ноябрҙә Керәүле-Илюшкинда була "Айыҡ ауыл". Ауыл башлығы И. Ворошиловта ла байрам кәйефе юҡ. Әле аҡса эҙләп саптырам, тине беҙгә, килгәндәрҙе ашатырға кәрәк. 
Автор:
Читайте нас: