Все новости
Йәшәйеш
9 Ноября , 14:12

Кому Москва, кому Париж

Беҙҙең районда ныҡ патриот кешеләр йәшәй.

Кому Москва, кому Париж
Кому Москва, кому Париж

Мин ауылымды яратам тигән яҙыу Ермолаевола барлыҡҡа килде, Зәктә бар, торараҡ ҡалған ауылдарҙа ла булыр. Ә әлегә, ундай яҙыу барлыҡҡа килгәнсе, ауылды нисек яратҡаныңды белдереп, машинаға яҙып элергә була. Бына уҡыусыбыҙ ебәргән фотола кемдер Шәбағышҡа булған мөхәббәтен эсендә генә тота алмай, автомобиле тәҙрәһенә яҙып ҡуйған. Улай ғына түгел, Пушкин шулай тип әйткән тигән. Маладис.
Ҡалғандарға һабаҡ: Мин һине яратам тип кенә түгел, берәй цитата уйлап тап та (Мәҫәлән былайыраҡ: "Тимербайым, әл дә һин бар, йөрәк майым". Цицерон. йәки "Һин булмаһаң был донъяла ауылым Түкән, һағышымдан үлеп ятыр инем күптән".И. Гете.) машинаңа эре итеп яҙып ҡуй. Белһендәр, әйҙә, кешенең тыуған ерен нисек яратҡанын һәм ниндәй ауылдың ниндәй шәп егете машинала елдереп китеп барғанын.

Автор:
Читайте нас: