Тыштан редакцияға кереттек быны, һыуһаған, һыу бирҙек, сәйҙән баш тартты. Нимә һораһаң да ишетмәй йәки дөрөҫ аңламай, башҡа, үҙенең башында ғына булған һорауға яуап бирә.
- Фатирың ҡайҙа?
– Юҡ, мин төрмәлә ултырманым.
- Урамын беләһеңме йортоңдоң?
- Ашарыма бар минең.
Аптырап-алйып бөттөк инәй менән, үҙенең 1931 йылғы икәнен, бер балаһы булыуын (уныһы ҡайҙалыр, аңлата алманы), ағаһы булған да үлгән икәнен, ошо ағаһының икеме-нисәлер ҡыҙҙары барлығын саҡ аңлата алды. Һөткә тип сыҡҡайным, аҙаштым, ҡайҙа йөрөгәнемде лә белмәйем, ти инәй. Этә-төртә ҙур баҙар тирәһендәрәк йәшәй икәнен аңғартты, инәйҙе, машинаға ултырып, баҙарға алып барҙыҡ, таныш еҫтәрҙе тойоп, таныш урындарҙы күргәс, йөҙө асылып китте бының. Ышаныслы аҙымдар менән китеп барҙы, артабан арттан бармаһағыҙ ҙа була тине. Рәхмәт әйтте.
Моңһоу ғына артынан ҡарап ҡалдыҡ. Өсәү инек, инәйҙең киткәненә бағып, һәр кем үҙе хаҡында уйланы булыр. Тәнтрәкләп әбей түгел, әйтерһең, беҙҙең яҙмышыбыҙ киләсәгенә табан китеп бара...