Все новости
Йәшәйеш
18 Ноября , 12:08

Юлдар ҡышҡа әҙерме?

Рәшит Ғисмәтуллин, Мораптал ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы:

Юлдар ҡышҡа әҙерме?
Юлдар ҡышҡа әҙерме?

- Беҙҙең ауыл биләмәһе ҡышҡылыҡҡа әҙер, тип ышаныслы әйтә алам. Һәр йылдағыса беҙҙе был яҡтан Киров хужалығы ҡотҡара...

Зөлфиә Араптанова, Илкәнәй ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәр идарасаһы:
- Юлдарыбыҙ асыҡ булыуға бәйле, ноябрь башында күпләп яуған ҡарҙар юлға һырынтылар һалып өлгөрмәне, юл хәрәкәте туҡталманы...

Илшат Зәйнәғәбдинов, Зәк-Ишмәт ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы:
- Ҡыш етте, тип хафаланырға урын юҡ, сөнки беҙҙең ауылыбыҙ уңған, егәрле, үҙ эшен гөрләтеп алып барған фермерыбыҙ Әнүәр Усмановтан уңды...

Игорь Ворошилов, Керәүле-Илюшкин ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы:
- Беҙҙең ауылдарҙағы юлдарҙы йыл да бер нисә фермер, шәхси эшҡыуар таҙарта. Крәҫтиән фермер хужалығы етәкселәре Юныс Абдуллин, Сергей Малейкин, шәхси эшҡыуар Денис Никитин һәм ЯСЙ "Сеймал төркөмө" бына инде күп йылдар беҙҙең ышансылы партнерҙар...

Ольга Ващенко, Ленин ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәр идарасыһы:
- Мәмбәтҡол менән Пчелка ауылдарының юлдарын фермеребыҙ Дамир Хәйбуллиндың техникалары таҙартасаҡ...

Сергей Кузнецов, Отрада ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы:
- Йәйгеһен үҙмәшғүл Игорь Елисеев ауыл биләмәһенең территорияһында үлән сапты, намыҫлы егетебеҙ өсөнсө йыл инде ҡар таҙалауҙы ла бик яҡшы башҡара...

Фәнис Рахманғолов, Свобода ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы:
- Свобода ауыл биләмәһе хакимиәтенең юлдарын ҡарҙан таҙартыу тураһында килешеү төҙөргә уйлап йөрөйбөҙ...

Ильяс Юлдыбаев, Яңы Таймаҫ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы:
- Бөгөнгө көндә килешеү төҙөү өҫтөндә эшләйбеҙ. Үткән йылдарҙа биләмәбеҙҙең ауылдарында ҡарҙы крәҫтиән-фермер хужалығы етәкселәре Зөфәр Вахитов Һәм Юлай Юлдыбаев таҙаланы...

Гөлназ Раимова, Шәбағыш ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәр идарасыһы:
- Ҡар яуғанынан, буран сығыуынан ҡотобоҙ осоп ултырған юҡ, инде бер нисә йыл рәттән беҙҙең юлдарҙы үҙ техникаһында Авзал Хөсәйенов таҙарта...

Гөлшат Бикмаева, Яҡшымбәт ауыл биләмәһе хакимиәте эштәр идарасыһы:
- Беҙ әлегә килешеү төҙөмәнек, әммә яҡын арала был мәсьәлә хәл ителәсәк...

Марина Букреева, Ермолаево ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы:
- Килешеү төҙөү өҫтөндә эшләйбеҙ. Подрядсылар билдәләнгән, хәҙер иң мөһиме ҡар таҙартыуҙың хаҡын билдәләү. Сәғәтенә нисә һум түләргә ошо һорау беҙҙе нығыраҡ борсой, яғыулыҡҡа хаҡтар көндән көн арта...

Материал тулы вариантта гәзиттә донъя күрҙе.   

Автор:
Читайте нас: