Все новости
Йәшәйеш
19 Ноября , 12:47

Ана, Таймаҫовтар китеп бара!

Берәйһенән ниндәй хәлдәр бар донъяла тип һораһаң, йыш ҡына шулай тиҙәр:

Ана, Таймаҫовтар китеп бара!
Ана, Таймаҫовтар китеп бара!

- Атаҡ, һеҙ гәзиттә эшләйһегеҙ бит, бөтөн яңылыҡ һеҙҙә инде.
Беҙ ҙә ошолайырҡ уйлай инек, ҡайҙа нимә булған-булмаған, был турала иң тәүге сиратта беҙ беләбеҙ. Белдең белмәй ни тип, әле үҙебеҙҙе әрләп ултырабыҙ. Айһылыуыбыҙ күсеп киткән дә! Бахмутын, Яманғолон бер юлы ташлап, киткәндәр ҙә барғандар. Бер үҙе китмәгән инде, әлбиттә, тормош иптәше менән, Юнир Таймаҫов менән. Юнирҙы, һәйбәт белгес тип, Рощинский хужалығына эшкә саҡырғандар (ул Ейәнсура районында А7 Агрола ине), баш инженер вазифаһына, ә Айһылыу, билдәле, өйрәнгән еренә - мәктәпкә барған. 

- Тәүге көндәрҙә саҡ ҡына ҡыйыныраҡ булды (һыйыр мөңөрәмәй, әтәс ҡысҡырмай тигән шикелле), әммә өйрәнеп барабыҙ инде. Тыуған илдәрҙе онотмай, ҡайтып йөрөйбөҙ, ялдарға килегеҙ ҡунаҡҡа...
Ҙур ҡарабҡа - ҙур йөҙөү тип, был күркәм ғаиләгә уңыштар теләнек, әммә эсте нимәлер телеп алды - ниңә күҙ төбәп торған кешеләребеҙ, һәйбәт белгестәр ситкә шыла, ә урындарына... Уныһын әйтмәһәк тә беләһегеҙ. 
Уңыштар һеҙгә,  Юнир, Айһылыу, ҡайҙа эшләһәгеҙ, йәшәһәгеҙ ҙә, ситтән кешеләр: ана, Таймаҫовтар китеп бара тип, һоҡланып ҡарап ҡалһындар. 
Автор:
Читайте нас: