Шуларҙың береһе Зарима менән Иҙрис Боҫҡановтар ғаиләһе. Улар йыл да 50-шәр ҡаҙ алып үҫтерәләр, быйыл да ҡош-ҡорттарын йолҡорға матур өмә үткәргәндәр.
- Беҙҙең ауылда ҡаҙ өмәләре үткәреү матур йолаға әүерелгән. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары, ҡул алмаш йөрөп, бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ. Кисенә өмәселәрҙе, ҡаҙ бешереп, ирҙәре менән ҡунаҡҡа саҡырабыҙ. Бер парға өлөшләтә ярты ҡаҙ сыға, яңғыҙ апайҙарға ла ике өлөш бүләбеҙ.
Мәҡәлә тулы вариантта гәзиттә баҫылды.