Дөрөҫөрәге, ауылдаштар үҙе өсөн тырышмай, яуҙағы һалдаттарға маскировка селтәрҙәре үрә башлағайнылар, Яңы Таймаҫтан бындай эшкә оҫтарып бөткән Раил Араптанов килеп, нисек дөрөҫ үрергә икәнен өйрәтеп тә китте. Инде, ең һыҙғанып, эшкә тотонабыҙ тиһәләр... Материал юҡ. Уны районда бушлай бирәләр тинеләр. Беҙгә лә өндәштеләр, шулай-шулай, Ғаилә үҙәге бирә икән, һораштырығыҙ әле. Һораштыҡ. селтәргә материал бөттө тип күңелде төшөрҙөләр. Әммә ялсыҡайҙар, юҡ тек юҡ тип, юлдың яртыһында туҡталып ҡалманы, материалды Мәләүездән барып алып була, тик аҡса ғына кәрәк икәнен белделәр ҙә аҡса йыя башланылар. Телефондары зеңк-зеңк итеп тауыш сығарыуҙан туҡтамай - ялсыҡайҙар кемуҙарҙан аҡса ебәрә лә башланы...