Шул тиклем күп - уларҙы бер көндә генә урап сығырмын тимә.
Ауыл хакимиәтенә көс, сабырлыҡ һәм башҡа, власҡа кәрәкле, һәйбәт сифаттар бирһен, һәр ауылға иғтибар биреп бөтөргә, береһен дә онотоп ҡалдырмаҫҡа кәрәк. Әллә нисә ҡатынлы ир кеүек хәлдә: береһенә генә наҙыңды биреп еткермә, йортта мотлаҡ оло ғауға ҡубасаҡ.
Шулай ҙа быйыл, беҙҙеңсә, Яҡуп ауылына иғтибар күберәк тәтей һымаҡ. Юҡ, иң яратҡан, күңелгә ятҡан, йәнде тартҡан ауыл булғаны өсөн генә түгел (хакимиәткә һәр береһе берҙәй ҡәҙерле),
Яҡуп быйыл ППМИ-ла ҡатнаша. Зыяраттарына яңы кәртә ҡуйырға йыйына. Бик мөһим эш был, еңергә кәрәк, юҡһа... Күңелһеҙ буласаҡ.
Кисә яҡуптар Яҡшымбәттә үткән осрашыуҙа ҡулдарын дәррәү күтәреп ултырған, программа шәп, ауылдары ла шәп, еңеп сыҡһалар, бөтәһе лә шәп кенә түгел, ифрат шат та буласаҡ.