Эштәренең, еренә еткереп, осона сығып ҡуясаҡтар. Башҡа ерҙәрҙә әйҙәгеҙ ҙә әйҙәгеҙ тип, кешене этеп-төртөргә кәрәкһә, Ялсыҡай халҡы бөтәһен үҙе белеп эшләй.
Маскировка селтәре үрәбеҙ тип (тәүгә тотоналар, тәжрибә юҡ), тегеләй иттеләр, былай иттеләр, барыбер юлын таптылар - кисә генә ана күпме итеп эшләп ташлағандар. Ярҙам итәм тип, ауылдан бер юлы 16 кеше килгән дә ҡуйған.