Все новости
Йәшәйеш
30 Ноября , 08:38

Туҡтама, йыр

Был видео бик үтемле булды. 

Кем йыбанмай, кем вокал сәнғәтен аҙмы-күпме белә, ғөмүмән, кемдең ҡолағына айыу баҫмаған, һәр береһе уны таратты, йырҙың сиге буламы ни, был видеояҙмабыҙ күптән республика сиктәрен уҙып китеп, донъяны иңләй.
2023 йылдың 27 ноябрендә төшөргәнбеҙ икән. Яңы Таймаҫта ҡунаҡта ултырабыҙ. Табын артындағыларҙың күбеһе мәҙәниәт кешеләре, ә ундайҙар бергә йыйылдымы.... Йырһыҙ булмай. Йырҙың да төрлөһө була, ҡай саҡ ошондай уҡ ҡунаҡ мәлендә, дәртенә сыҙай алмаған, ҡыҙышып киткән кемдер йыр һуҙа башлай, ҡасан ғына туҡтай инде был тип, саҡ түҙеп ултыраһың. Ә әлеге табындағы йырҙы тыңлағанда, зинһар, туҡтай ғына күрмәгеҙ тип ялынғы килә. 
...М. Кәримдең "Туй дауам итә" тигән драма әҫәре бар. Кешенең ғүмерендәге иң бәхетле мәле - туйҙы - һуғыш туҡтата. Аҙаҡ, һуғыш бөткәс, бөтәһе лә иҫән ҡайтып, өҙөлгән туйҙы дауам итәләр. Әле лә шундайыраҡ ваҡыт кеүек, дөрөҫ, йыр туҡтаманы туҡтауын, әммә йырлағанда, барыбер, эсте нимәлер тырнап тик тора һымаҡ. 
Барыһы ла тыныс, һәйбәт, иҫәндәрбеҙ, тормош матур тип, мул табындар артында йырлашып ултырыр мәлдәребеҙ тиҙерәк етһен ине. 
Автор:
Читайте нас: