Тормошта гел шулай: ҡунаҡ йыйыр булһалар, мәжлестәге һәр килгәндең һөнәрен белеп, ҡыҙып алдылармы, уны ҡыҫтау башлана,: давай, йырла, әйҙә, бейе, таҡмаҡ әйт, гармунда уйна...
Дамир ағайҙы (ул, ысынында, беҙгә бабай, әммә бабай тип әйтергә нисек телең барыр, елдертеп йөрөй, был таяҡҡа таянып килер тиһәк, Зифа апайҙы ултыртып, машинаһында жыйлап килеп туҡтаны, рулдә үҙе).
Ҡотлоюлда йырға маһирҙар күп, шиғри күңеллеләр ҙә бихисап, Дамир ағай әлеге табында тәүҙә шиғыр һөйләне. Әллә кемдекен түгел, ауылдашы Рима Ибраһимова шиғырын. Хатта ике шиғырҙы. Яттан. Быныһы лә һоҡланыу тыуҙырҙы, беҙҙең, үҙебеҙҙе йәшбеҙ әле тип һанағандарҙың да хатта, хәтер тигәнебеҙ ташҡа үлсәйем, шиғыр һөйлә тип әйтһәләр, мәктәптә көсләп ятлатҡаны ғына иҫкә килә, уныһы ла өҙөм-йыртым – «Буря мглою небо кроет...” Ә ағайыбыҙ бер тамсы яңғылышмай, һүҙҙәрен онотмай, матур интонация менән шиғырҙар һөйләне (береһе беҙҙең төркөмдә видеояҙмала булды).
Шиғыр ваҡыты тамам булғас, беҙ алдан күҙҙалағанса, йырға күсте.
Иҫеңдәме, иркәм,
Танышҡайныҡ икәү,
Йылы яҡтан ҡоштар ҡайтҡанда.
Көндәр аяҙ ине,
Күңелдә яҙ ине
Йәшлегебеҙ сәскә атҡанда.
Гөлдәр үҫкән мәлдә
Һинең менән бергә,
Ҡаршыланыҡ күпме яҙҙарҙы?
Ҡоштар йырын тыңлап,
Туғайҙарҙы буйлап,
Сәскәләрҙән йыйҙыҡ наҙҙарҙы.
Зифа апай менән ҡасан танышҡандар, яҙмы-көҙмө, туғай буйлап, ҡоштарҙы тыңлап, ысынлап та, йөрөгәндәрме, былары мөһим түгел. Иң мөһиме: йәшлектәре матур булған, был йырҙы йырлағанда икеһе лә бер мәлгә ана шул яҙға, туғайға барып, сәскә наҙҙарын йыйып та килделәр, буғай. Улар ғына түгел, өҫтәл артында ултырғандар барыһы ла шулай итте – йәшлегенә ҡайтып әйләнде, күбеһенең башына ҡарҙар ятҡан, ята башлаған, йәшлек яҙын үтеп, кемеһе көҙөнә кергән, кемеһе кереп бара.
Табын тамам булып, күстей һалынған тоҡсайҙарҙы (тоҙло боросто балан бәлеше менән бергә генә һалмаһалар ярар ине) тотоп, тышҡа сыҡҡас, Дамир ағай, Зифа апай, башҡа ҡунаҡтар менән хушлаштыҡ. Һәр береһе үҙ юлы менән, төрлөһө-төрлө яҡҡа, китеп тә барҙы. Бары тик баяғы йыр ғына беҙгә эйәреп китте:
Яҙҙар бик тиҙ үтә,
Көҙөн ҡоштар китә.
Минуттарҙы ҡыуып һыу аға.
Ҡоштар менән бергә,
Йылдар осоп үтә,
Әллә күңел шуға моңлана.