Яуҙа йөрөгән улдар, абзый-мырҙалар, атайҙар... Ятһаҡ та, торһаҡ та уйҙарыбыҙҙа һеҙ.
...Илкәнәйҙәр бөгөн һуғым һуя. Күңелле эш, бында ла әлеге уй, барыбер, тынғы бирмәй - һай, донъя, ана ҡалай булып киттең.
Ҡайтығыҙ, егеттәр, бынауы һуйған һуғымдарыбыҙҙы ашатыр инек, өрмәгән ергә ултырмай, алдығыҙға нимә ҡуйырға ла белмәй, әллә нәмәләр бешерер-төшөрөр инек. Ҡайтығыҙ ғына...