Теге саҡ уҡ, Башҡортостан журналистары яу яланына барғанда, ул беҙҙең менән бәйләнешкә сыҡҡайны. Ҡыуанғандыр, яҡташтар килгән, күстәнәс, тимәк, тыуған ерҙең йылыһын алып килгән.
Журналистар араһында "Йәшлек"тең мөхәррире Артур ағай ҙа бар ине. Бына әле, мәҡәлә-репортажын яҙып, баҫтырған да, беҙгә ебәргән Артур Хәсән улы. Асып уҡығас, күңелдәр күтәрелеп китте - мырҙабыҙ беҙҙе лә телгә алған да баһа (А. Дәүләтбәков бөтөн яңылыҡтарҙы беҙҙән алда белеп тора Шамил тип аптыраған да, Яңы Мораптал егете: мин бит "Юшатыр" менән дуҫ тигән). Рәхмәт, ҡыуандырҙың, әммә быныһы ғына аҙ, беҙҙең тағы ла нығыраҡ ҡыуанғы килә - иҫән-һау булып, тиҙерәк ҡайт!