Бер саҡ, шулай-шулай хәлдәр, АҠШ-та йәшәгән ҡартатайың үлеп китте, байлығы ҡалды, ул һиңә тейеш тип, былай ҙа саҡ торған кешенең башын әйләндергәйнеләр, хыялға сумдырғайнылар.
Бына бөгөн йәнә бер хат килеп төштө. Сит илдә йәнә бер туғаным йәшәгән икән (ҡалай күп ҡасҡандар Ильясовтар, әллә бөтәһе лә кулак та халыҡ дошманы булған? Әл дә ҡасҡандар, юҡһа, Рәсәйҙә лә Советтар Союзында ла шулайтып байый алырҙар инеме? ). Исеме беҙҙең өсөн ят яңғырай - Янто. Сит ерҙәрҙә, бәлки, шәрифәтен алмаштырғандыр - Ярлыҡап йәки Яныбай булғандыр. Былары ярар, 10 миллион доллары ҡалған, минән башҡа туған-фәләне юҡ, имеш. Адвокат әллә ҡайҙан мине табып, рәхмәт төшкөрө, яҙған. Аҡса кәрәкһә, байығың килһә, әйҙә, хеҙмәттәшлек итәйек. Йәнә йөрәк тертләне, тағын хыял уты дөрләп китте. Ильясовтар Башҡортостанда ла, Татарстанда ла күптәр, беҙҙең районда ла, билдәле, улар байтаҡ. Тап миңә төшкән икән бәхет, уны ҡулдан ысҡындармаҫҡа кәрәк (бик булмаһа, район башлығына яҙыр ҙа ҡуйыр был адвокат, унан ултыр терһәкте тешләп). Яуапты тиҙ генә (әҙермен, хеҙмәттәшлеккә лә, аҡсаны алырға ла) яҙа һалып ебәрҙем. Көтәм.