Ҡыҙыбыҙ Алина ғаиләһе менән Екатеринбургта йәшәйҙәр. Кейәүебеҙ хәрби кеше, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы. Ейәнсәрҙәребеҙ Динә менән Әлфинәне яратып, уларҙы ҡарашып, бергәләп уйнап рәхәтләнеп ял итәбеҙ. Ошо көндәрҙә, балаларыбыҙ “Ғаилә” программаһы буйынса, фатир ҙа алып ҡыуандырҙылар. Уларҙың шатлыҡтары менән бүлешеп, бер юлы Екатеринбургтың тарихи, матур урындары буйлап сәйәхәт тә ҡылабыҙ.
“Россельхозцентр” берекмәһенең Көйөргәҙе районындағы филиалы начальнигы Булат Ғафаров.