Улар ППМИ-ла 2017 йылдан бирле ҡатнаша. Был юлы Мәмбәтҡол ауылын төҙөкләндереү масатын хәстәрләйҙәр. Йыйылыштарҙа халыҡ бер тауыштан Зәки Вәлиди һәм Салауат урамдарын ремонтлау проектын һайланы.
Проектҡа яҡынса смета буйынса 1400000 һум самаһы аҡса кәрәк буласаҡ. 5 кешенән торған инициативалы төркөм дә һайланды, улар проектты әҙерләү һәм тормошҡа ашырыу, бағыусылар эҙләү менән тығыҙ шөғөлләнә. ППМИ-ға ярҙам итеү өсөн һүрәттәр һәм таҡмаҡтар конкурстары иғлан ителде, халыҡ араһында спорт саралары үткәрелә, был программала ҡатнашыу өсөн документтар тапшырыу буйынса ла эш әүҙем алып барыла.
Ольга ВАЩЕНКО, Ленин ауыл биләмәһенең эштәр идарасыһы