Улар һыу торбаларын алмаштырыу өсөн дәртләнеп йөрөйҙәр.
- Ауылыбыҙ биләмәһенә ҡараған Илкәнәй ауылында ошо программаға ярашлы 2022 йылда алмаштырылды һыу торбалары, ә Йомағужа ауылында 2023 йылда башҡарылды был эш. Ә инде 2024 йылда Яңы Муса ауылында ла һыу торбалары алмаштырылды. Быйыл Бәләкәй Муса ауылы халҡы ла был ауылдарҙан ҡалышмайбыҙ, тип тырышалар. Һыу торбалары серек, шуға ла планлаштырған эштәребеҙ тормошҡа ашһа бик шәп буласаҡ, - ти Илкәнәй ауылы биләмәһе эштәр идарасыһы Зөлфиә Араптанова. Йыйылышҡа Бәләкәй Муса халҡы әүҙем йыйылған. Бөтә эштәрҙе лә контролдә тотоу өсөн инициатив төркөм дә һайланған. Бәләкәй Мусаларға уңыштар теләйбеҙ.