Йәшәйеш
24 Ғинуар 2025, 06:57

Еңергә яҙһын

ППМИ буйынса сираттағы йыйылышыбыҙ үтте һәм булған һорауҙарҙы уртаға һалып хәл иттек.

Еңергә яҙһынЕңергә яҙһын
Еңергә яҙһын

Һәр йылда ла берҙәм тырышлыҡ менән башланғыстарҙы яҡлау программаһында еңә килдек. Быйыл да был маҡсатҡа ирешергә ниәтләйбеҙ. Был юлы Бәләкәй Муса ауылының һыу торбаларын алмаштырыуҙы планлаштырыла. Хыялдарҙы тормошҡа ашырыу өсөн спонсор ярҙамсы ла таптыҡ, шулай уҡ халыҡтан да 150 мең һум тирәһе аҡса йыйырға кәрәк буласаҡ. Бының өсөн һәр йорттан өсәр мең һум аҡса йыйырға тип ҡарар сығарҙыҡ.
ППМИ программаһына ярашлы ауылды үҫтереү, булған проблемаларҙы хәл итә алыуҙы халыҡ аңлап ҡабул итһә һәм берҙәм булһаҡ барыһы ла тормошҡа ашырылыр тип өмөтләнәбеҙ. Беҙҙең башланғыстарыбыҙҙа уңыштар юлдаш булып, еңеп сығырға яҙһын тип теләйбеҙ.
Зөлфиә АРАПТАНОВА, Илкәнәй ауылы биләмәһе хакимиәтенең эштәр идарасыһы

Автор:
Читайте нас