Теләк булғанда проблемаларҙың барыһын да сисергә, хәл итергә була. Хөкүмәт ауыл эшҡыуарҙарына, шәхси хужалыҡты үҫтереүгә күп төрлө гранттар, субсидиялар бирә, төрлө дәүләт программалары бар. Юлларға йыбанмаҫҡа, аяҡ салыусыларға ҡаршы ҡаты көрәш асырға кәрәк. (Юғиһә, ҡайһы бер түрә-ҡаралар шул гранттарҙы үҙ туғандарына, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарына таратып ятҡан осраҡтар ҙа бар бит).
Беҙ тарҡаубыҙ. Ойоша, бер-беребеҙгә ярҙам ҡулы һуҙа белмәйбеҙ, ә бер-беребеҙҙе батырырға оҫтабыҙ. Әллә күпме гимназиялар асып балаларыбыҙҙы артист, юрист яһайбыҙ тип көсөбөҙҙө бушҡа түгәбеҙ. Улар былай ҙа быуа быуырлыҡ. Ә ҡайҙа беҙҙең ер кешеһе тәрбиәләүсе агролицейҙар? Бына бер 10-15 йылдан башҡорт ауылдары йылына тиҫтәләп бөтә башлаясаҡ. Беҙ башҡорттар өсөн ҡала мөхите булдыра алманыҡ, ассимиляция барыбер үҙ эшен эшләйәсәк. Ҡулына телефон тотоп, ата-әсәһе алып биргән машинаға ултырып йөрөүсе йоҡа елкәле бер нисә маңҡорт быуын үҫтерә алыуға ғына ирештек. Һүҙҙең дөрөҫө кәрәк, был дөйә муйынынан да кәкре эш.
Ҡулына араҡы шешәһе тотоп фотоға төшкән бер бәндә, ауылда эш юҡ бит, тип яҙған кеше булған интернетта. Уңған, егәрле кешегә ауылда һәр саҡ эш бар. Ауылда эштән күп нәмә юҡ. Шул бер Себерҙе белеп алдылар ҙа олигархтарға ҡол булып йөрөүҙән бушамайҙар. Барыбер ҙә хәҙер аҡсаны элекке һымаҡ уларға услап тоттормайҙар. Етмәһә, аҡса тип араларында әхләҡи яҡтан тарҡалған, эскелеккә һалышҡан, донъя ҡолона әүерелгән, ғаиләһен тарҡатҡан бәндәләр ҙә етерлек. Уларға һинең Башҡортостаның бар ни ҙә, юҡ ни. Бер көнлөк тормош менән йән аҫырайҙар.
Бер ваҡыт ниндәйҙер азербайжан Көйөргәҙе районының Бәләкәй Муса ауылы ерҙәренә хужа булып алды, халыҡты пистолет менән ҡурҡытып, мин бында хужа, тип башҡорттарҙы туҡмап йөрөй башланы. Шул турала «Юшатыр» гәзите яҙып сыҡҡас, түбәндәге фекеремде яҙғайным: «Мин хәҙер нисәмә йыл инде, районыбыҙҙың, ғөмүмән, Башҡортостан райондарының, ҡала яны ерҙәрен башҡорт ир-атына үҙ ҡулығыҙға алығыҙ, булған башҡорт ауылдарын бөтөрөүгә, ерҙәрҙең һатылыуына юл ҡуймағыҙ, киреһенсә, бөткән ауылдарҙы (Үрге Мотал, Урта Мотал, Түбәнге Мотал, Түкән, 1-се Кинйәабыҙ) тергеҙегеҙ, кооперативтар ойоштороғоҙ, ҡалаларҙа Башҡортостанда етештерелгән тауарҙар менән сауҙа итеүсе үҙ сауҙа магазиндарын, сауҙа үҙәктәрен асығыҙ, тип аңлатып, һөйләп киләм. Юҡ, аңламайҙар. Тик белгәндәре Себер. Рух булмағас, оҙон аҡса артынан ҡыуғас, шундай хәлгә тарығаныбыҙ бына күҙ алдында. Ысын маңҡортолоҡ инде был».
Бер ҡатын минең фекергә ҡаршы: «Ҡоро рух менән йәшәп булмай, крутой машина кәрәк», – тип яҙған. Ул рухтың нимә икәнен аңлаймы икән һуң? Тағы бер йәш гүзәл зат: «Үҙең ауылда йәшәйһеңме?» – тип, йәнәһе, миңә һорауҙы ҡабырғаһы менән ҡуйған. Үкенескә ҡаршы, Мәләүез химия заводы арҡаһында экологик хәүефлелек тип тыуған ауылымды 90-сы йылдар башында Мәләүезгә күсерҙеләр. Бик тә ҡайтып йәшәр инем ауылыма, бик тә! Журналист ауыл тураһында яҙа икән, ауылда йәшәргә, нефтселәр тураһында яҙа икән, нефтсе булырға тейешме ни? Был ниндәй аңралыҡ! Ул ҡатындан һуңынан, һин үҙең ауылда йәшәйһеңме, тип һорап яҙғайным, юҡ, тигән. Ә интернетта кешегә бәйләнеп ултырырға белә. Тыуған йортоңа ҡайтып бер нисә түтәл һарымһаҡ, һуған ултыртыр инең, исмаһам. Атай-әсәйеңә ярҙам булыр ине. Ә мин иртә яҙҙан алып ҡара көҙгә тиклем хәләл ефетемдең ауылында - ҡәйнәмдән ҡалған йортта йәшәйем. Ауыл кешеләре менән бер рәттән ауылса тормош көтәм.
Атай йорто тигән һүҙ изге төшөнсә бит ул. Атай йорто – тыуған ер, тыуған тупраҡ, йәнтөйәк, изге Ватан. Беҙ уны һаҡларға, шунда йәшәргә, яйлап нигеҙенә яңы өй һалырға, ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә, бүлә-бүләсәләребеҙгә ҡалдырырға тейешбеҙ. Берәү, өйҙөң урынына яңы өй һалыр өсөн ипотека бирмәйҙәр, тип яҙған. Аҡсаны үҙҙәре туплаһындар: умарта тотһондар, күп итеп һарымһаҡ үҫтереп һатһындар... Нишләп банктарҙы байытып ятырға. Беҙҙең халыҡ ер хужаһы булыу тойғоһон, ана шул башҡортто башҡорт иткән стерженде юғалтып бара. Стерженең юҡ икән, һин үҙең дә юҡ. Ике аяҡлы мал хәлендәһең.
Аямаған йәнен, түккән ҡанын,
Һис бирмәгән башҡорт Уралын, –
тип халҡыбыҙ юҡҡа йырламаған бит. Ә беҙ, XXI быуат башҡорттары, ата-бабаларыбыҙға хыянат итеп, бәхетте ситтән эҙләп тыуған еребеҙҙе, тыуған ауылыбыҙҙы ташлап баш һуҡҡан яҡҡа сығып китәбеҙ. Тормоштоң мәғәнәһе, асылы тыуған тупрағыңда төрлө ауырлыҡтарҙы еңеп йәшәй белеүҙән тора түгелме ни? Бер апай, хәҙерге йәштәрҙең елкәһе юҡ, ергә эйеләһеләре килмәй, тип яҙған. Шулай инде, һин ергә эйелмәһәң, ул һиңә бөгөлмәҫ. Хәҙер өйҙә лә, мәктәптә лә хеҙмәт тәрбиәһе юҡ. Баламдың ҡулы ҡабарып ҡуймаһын, йәнәһе.
Совет власы халҡыбыҙҙы әҙергә хәҙер принцибы менән йәшәргә өйрәтте. Ул патернализм тип атала. Беҙ һаман да, заманалар үҙгәрһә лә, Хөкүмәттән әле быныһын, әле тегенеһен көтәбеҙ, үҙ тормошобоҙҙо үҙебеҙ хәстәрләргә тейешбеҙ икәнде аңламайбыҙ. Балаларыбыҙҙы бәхетте ситтән эҙләргә ҡушып өйөбөҙҙән ситкә сығарып ебәрәбеҙ. Урыҫ яҙыусыһы Александр Грибоедовтың бер геройы әйтмешләй: «Везде хорошо, где нас нет». Бер ҡайҙа ла бешереп, һоҫоп ултыртып ҡуймағандар, ҡайҙа ла эшләргә кәрәк. Шуға күрә үҙем өсөн, халҡым өсөн тип тыуған тупраҡта йәшәп, эшләүгә ни етә!
Тәлғәт ШАҺМАНОВ,
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, БР Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты.