Был сама йәшәгән кеше районда барлығын, дөрөҫөндә, белмәй ҙә инек.
Баба Надя Айсыуаҡ ауылында йәшәй. Бер үҙе тиер инек, бәхеткә подъезында (ике ҡатлы йорт) йәнә ике фәрештә бар - Света һәм Наилә (Наиләгә айырым рәхмәт, ул беҙҙе инәй янына бөгөн саҡырҙы).
Светлана Николаевна уны аҫрауға алған тиһәң дә була - инәйҙең башҡа туғандары алыҫта. Бер подъезда ошо өс кеше генә тормош көтөп ята.
- Бабкабыҙҙың һаулығы шәп әле, ошоңарса баҡса ултыртты, картуф сәсте. Ярты тоҡтай картуфты күтәрә лә алып китә ине. Аҙаҡҡы ике йылда ғына баҡсаһын ташланы.... Күрмәйерәк торһаң, тоҡсайҙарға кейем-һалымын йыйып ҡуя. Мине тышта машина көтә ти. Ҡайҙа бараһың тип һораһаң, ауылыма ҡайтам тип аптырата... Әле һеҙгә йәшәүҙән туйҙым тине, ғәжәп итте, беҙгә улай тип әйткәне юҡ уның...
Мәҡәлә тулы килеш гәзиттә баҫыла.