Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
3 Февраль , 16:51

Пар ҡанатлы Ибраһимовтар

- Тормош хәҙер элекке менән сағыштырғанда шул хәтлем арыуланды.

Пар ҡанатлы Ибраһимовтар
Пар ҡанатлы Ибраһимовтар

Ашарға аҙыҡ булмай, кейергә кейем булмай яфаланып үҫтек. Бигерәк тә ғаилә башлығы булмағандарға ауыр булды. Атайым заманында уҡытыусы булған, тик ҡыҙғанысҡа күрә, миңә өс йәш кенә булған ваҡытта мәрхүм булды, әсәйем дә ауырып китте, апайым да ауырыу ғына ине. Ғаиләбеҙҙә эшләргә кеше юҡ. Ярай, һуғыштан һуң колхоз кемдең һыйыры юҡ, шуларға һыйыр таратып бирҙе. Беҙгә лә бер тана биргәйнеләр, шуның файҙаһы булды, яйлап йәшәп киттек. Яҡшымбәттә илле балаға мәктәптә интернат астылар, унда атайһыҙ балаларҙы алалар ине. Мине лә шунда алдылар. Көнөнә өс тапҡыр матур итеп ашаттылар, өйҙә лә улай ашарға юҡ ине. Унынсы класты тамамлағансы Яҡшымбәт мәктәбендә бушҡа ашап йөрөнөм. Ярай ул яҡтан совет власы ҡараны. Ашатмаһалар уҡымаҫ та инем, бәлки.

...Төйлөгән районы Мәҡсүт ауылында тыуып-үҫһә лә, тормош юлын Ҡотлоюл ауылы менән бәйләгән. Салауат медицина училищеһын тамамлағандан һуң ошо ауылда 38 йыл фельдшер булып эшләй. Һәр ауылда – бәләкәйме ул, әллә ҙурмы – төрлө проблемалар, көндәлек мәшәҡәттәр осрап ҡына  тора. Уларҙың барыһын ауыл биләмәһе башлығы белеп тә, хәл итеп тә өлгөрмәй. Бындай осраҡта ауылдаштарына тәүге ярҙамды депутат күрһәтә. Шулай һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә генә түгел, ә йәмәғәт эшендә лә 33 йыл “тиҙ ярҙам” күрһәтеүсе була ул.
“Ғүмер үткән һайын үткәндәрҙе уйлайһың. Был ауылға килгәнемә бер ҙә үкенмәйем. Беҙ ғаиләлә 8 бала үҫтек. Атайым менән әсәйем шул хәтлем эшсән булдылар беҙҙе лә эшкә өйрәттеләр. Балаларын уҡытырға, белем бирергә ныҡ тырыштылар. Мин үҙем дә эшкә әрһеҙ булдым, халыҡ менән бергә эшләнем, өмәләргә лә бергә сыҡтыҡ.
Күңелле йәшәнек тә, эшләнек тә. Халыҡта дәрт бар ине, бер ҙә зарланып ултырманыҡ. Яҡшымбәткә артистар килһә, театр, концерт ҡарарға барып, бейешеп дәртләнеп ҡайта инек. Ауылыбыҙҙың ҡатын-ҡыҙҙары донор ҙа булдылар, сөгөлдөр ҙә утанылар, һыйыр ҙа һауҙылар, ҡаҙаныштары күп булды. 

...Тырышып эшләнек, шул юл булмауы бик ауыр була торғайны. Ҡышын йөклө ҡатындарҙы дауаханаға оҙатыу өсөн әллә күпме михнәттәр аша үтергә кәрәк ине. Медпунктта дарыуҙар ассортименты йөҙҙән ашыу булырға тейеш, шуны тултырып ҡуйыр өсөн Ермолаевонан дарыу ташый инек. Медосмотр, флюорография үткәреү, ҡан алып, анализға ебәрәү кеүек эштәр ҙә фельдшерҙар иңендә булды. Фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире Минибай Рахманғолов эштең төрлө нескәлетәренә төшөнөргә өйрәтте, уға рәхмәтлемен. Ул ваҡытта ауылда йылына 10-дан артыҡ бала тыуа торғайны. Әле ауылыбыҙҙа бер генә бәпес бар. Ауылыбыҙ олоғайҙы шул”...
Мәҡәлә тулы вариантта гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: