Йәшәйеш
5 Февраль 2025, 10:29

Ҡалаҡ бүлешеү

Элекке бер заманда ауылда ир менән ҡатын айырыла икән. 

Ҡалаҡ бүлешеүҠалаҡ бүлешеү
Ҡалаҡ бүлешеү
Ул саҡта айырылыуҙар һирәк күренеш, ана анауҙар йәшәй алмаған икән тигән кеше һүҙенән ҡурҡтылармы, балалар хаҡы бар тинеләрме, партия әрләй тип шөрләнеләрме, ҡауышҡас, ҡыйын булһа ла, күбеһе, түҙеп, йәшәй бирҙе.
Баяғы шул ир менән ҡатын мөлкәт бүлешкәндә, хатта ҡалаҡтарына тиклем һанап, бүлешеп ултыра икәндәр тип, аптырап, бот сабып һөйләгәндәре хәтерҙә. 
Айырылышыу, әйтәһе лә түгел - ауыр ваҡиға (Советтар Собзы тарҡалғандағы айырылышыуҙарҙы хәтерләгеҙ, боғаҙға-боғаҙ килгәндәре лә булды). 
Күмертау менән Көйөргәҙе лә айырылышты бер ваҡыт. Был мәлдә булған мөлкәтте нисек бүлешкәндәрҙер, әммә үпкләүҙәргә тиклем барып етелде. Маяҡ май заводы, мәҫәлән. Ул бит райондыҡы ине. Ере генә ҡаланыҡы, ҡалғаны, башы-тояғы менән Көйөргәҙенеке. Завод та, асылғас та, район заводы тип һаналды (уның юридик адресы ла Ермолаевола ине ахры). Хәҙер уйлап ҡарағыҙ, завод шул көйө Көйөргәҙе мниципалитетына ҡараһа, беҙгә күпме файҙаһы булыр ине икән?
К. Маркс урамы башында ултырған бынауы бина ла райондыҡы. Япа-яңғыҙы ситтә генә, ағастар араһына боҫоп, ултыра. Артындағы гараждары ла райондыҡы һаналды, әле уларҙы һатҡандар тинеләр (әйткәндәй, беҙҙең редакция автомобиле лә шунда торҙо, байтаҡ ғүмерен шундағы яҡты, йылы гаражда төнәп үткәрҙе).
Был бинала төрлө ойошмалар урынлашҡан, ҡаланың Мәшғүллек үҙәге лә ошонда ине, әле башҡа ергә киттеләр - уларҙы ла , Ермолаеволағы һымаҡ, яңы урынға күсерҙеләр, тиҙҙән тантаналы асыу көтә был Үҙәкте. Икенсе ҡатты тотош биләй инеләр (555 квадрат майҙан), хәҙер уныһы бушап ҡалғас, арендаға алырға теләк белдереүселәре лә табылған.
Айырылғанды айыу ашар, төрлөбөҙ төрлө яҡҡа китеп оттоҡмо, отолдоҡмо? Районда ла, ҡалала ла халыҡ һаны кәмей, мәктәптәр, балалар баҡсаһы, башҡаһы ла кәмей (чиновниктар ғына ниңәлер кәмемәй) ҡасандыр, моғайын, икебеҙгә бер генә хакимиәт булып ҡалыр ул тигән уй ҙа бар. Ул саҡта был һинеке, был минеке тип, ҡалаҡтар бүлешеп ултырырға тура ла килмәҫ ине. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ? 
Автор:
Читайте нас