Был турала урындағы властар кисә үк әйтеп ҡуйғайны: беҙҙә ни, шул әбейҙәр генә инде, улар килер.
Свобода - элек ҙур совхоздың үҙәге, гөрләп торған ауыл ине. Әле... Был турала күп һөйләнек, өҫтәрлеге аҙ, былтыр мәктәптәрен дә ябып ҡуйҙылар.
Шулай ҙа йыйылышҡа йөрөгәне бар әле, гел әбейҙәр генә түгел, бабайҙар ҙа бар.