+5 °С
Болотло
Ғүмере бөтмәҫ проблема – насостары янып сыҡты. Тегеләй иттеләр, былай иттеләр, әлдә яндарында Рим Ғәлиев бар (балсыҡ ташыусы "Сырьевая Группа" ойошмаһы директоры), өндәшеп тә өлгөрмәнеләр, бер һүҙһеҙ аҡса бирҙе. Насос алдылар, уныһын Мәләүез ҡалаһындағы «Родник» магазинынан. Әйткәндәй, магазин хужаһы Ильяс Баширов бик һәйбәт, кеше хәленә инә белгән хужа, ҡай саҡ, ышанып, хатта көтәсәккә лә насосын биреп ебәрә. Тиҙ генә уның менән бәйләнешкә инеп, насосты алып ҡайта һалдылар. Керәүлеләге Ит союзы хужалығы идарасыһы Ғайса Янбаев та ярҙамға ҡушылды, тракторын ебәрә һалды. Ауылдың ирҙәре йыйылып китте, һыуһыҙ ултырып булмай. Һөҙөмтәлә, күмәк эш менән Павловка һыулы булды.