+6 °С
Болотло
Ни ғиллә - быйыл был юлдарға ялыуҙар булманы. Юғиһә, былтыр ҙа, унан алда ла Уңғарға ҡайтып булмай, Ҡаҙарманан сығып булмай тип, беҙгә бихисап видеолар килә торғайны. Быйыл шып-шым. Хатта Таймаҫ юлы ла тауыш сығармай.
Свобода, Яҡшымбәт, Михайловка яҡтары ғына зар илай.
Артығына өмөт юҡ, грейдер кәрәк. Исмаһам, ул тырнап, ышҡып сыҡһа, Аллаға шөкөр була.
Керәүле яҡтарына грейдер кисә килгән. Башҡалар сиратты көтә, район башлығы был техниканың ҡайҙа, ҡасан барасаҡ икәнен күрһәткән таблицаны бирҙе, көтәбеҙ ҙә ултырабыҙ, беҙҙе генә онотоп ҡуймағыҙ.