Бөтә яңылыҡтар
10
Йәшәйеш
28 Март , 16:34

Һуңғы туҡталыш

Лена ауылы ҡасандыр гөрләп йәшәп ятҡандыр.

Һуңғы туҡталыш
Һуңғы туҡталыш

Урыны бигерәк йәмле, тәбиғәттең ҡап уртаһында ултыра, уңға барһаң, йәшеллек, һулға боролһаң - хозурлыҡ. 
Әммә кеше тәбиғәткә ҡарап ҡына донъя көтә алмай, Леналарын ташлап, китеп бөтөп баралар. 2010 йылда уҡ әле бында ни бары 40 ҡына кеше йәшәгән булған. Әле? Кем белә, нисә йорттан төтөн сыға икән. 
Шулай ҙа Лена, башҡаларҙан кәм еребеҙ юҡ тигәндәй, йәшәй. Магазин, почта һымаҡ социаль объекттары булмаһа ла (ҡайҙа бында Лена, башҡа эрерәк ауылдарҙағыһын ябып бөтөп баралар), часовняһы бар,  сүп түгә торған контейнеры бар. Автобус туҡталышы тора. Туҡталыш янында автобус ултырғас, беҙ уны маршрут автобусылыр тип уйлағайныҡ... Юҡ. ФАП. Тәгәрмәсле ФАП икән. Кемеһенәлер берәй ҡаза килгән, сирләп киткәнме? Бала таба берәйһе тиер инең... Ҙур ауылда ла хәҙер тапҡаны аҙ, ә Ленала... Бала табырҙайы ҡалдымы икән?
Шулай ҙа кемдеңдер һуңғы туҡталышы булып ҡала әле был ауыл - Ленала тыуып-үҫкәндәрҙе ошонда алып ҡайтып ерләйҙәр. 
Сит яҡтарҙа, йыраҡтарҙа һибелеп йәшәһәк тә, күбебеҙҙе, үҙен ташлап киткәнгә лә үпкә һаҡламай, түҙемле генә һуңғы туҡталышы көтә - тыуған ауылы. 

Автор:
Читайте нас: