Бөтә яңылыҡтар
10
Йәшәйеш
29 Март , 09:36

Мәжлес дауам итһен

Радмир – тормошто ныҡ ярата тигән мәғәнәгә эйә исем.

Мәжлес дауам итһен
Мәжлес дауам итһен

Ата-әсәһе - Зөлфиә менән Раян балаҡайҙарына исем биргәндә, моғайын, ошоға иҫәп тотҡандарҙыр: тормошҡа ҡыуанып, беҙҙең донъябыҙға ла гел яҡтылыҡ һибеп йәшәр.

Ысынында ла шулай, Радмирҙары, шөкөр, бары тип ҡыуаныс ҡына килтереп тора. Шулай ҙа, утҡа һалған мәлдәре лә юҡ түгел, Радмир Араптанов – офицер, яуҙа йөрөгән егет. Беҙ уның тураһында күп яҙҙыҡ.

Ошо аҙнала туғандар йыйылған. Мәжлес Радмирҙы, ялынан һуң, кире яуға оҙатыуға бағышланған.

Күңелле генә ултырған ҡан ҡәрҙәштәр, табын артында булған барсаһының теләктәренә беҙ ҙә ҡушылабыҙ: донъябыҙҙы йәмләр өсөн, тиҙерәк ҡайтырға яҙһын һиңә, Радмир, тыуған илеңдәге күңелле мәжлестәр артабан дауам итһен.

Автор:
Читайте нас: