Ғүмер юлдарымды уҙған саҡта
Бер әйләнеп артҡа күҙ һалам.
Үҙ-үҙемә һорау ҡуям: “Минең
Йәшәүемдән ниндәй эҙ ҡала?”
Яҙғы юлдарымды һыуҙар йыуҙы,
Йәйгеләрен үлән ҡапланы.
Һары япраҡ күмде көҙ һуҡмағын,
Ҡышҡы эҙҙе – аҡ ҡар япмаһы.
Юғалырбыҙ шулай эҙһеҙ генә –
Беҙ бит Ерҙә бары ҡунаҡтар.
Барыһы ла ҡалыр.., тик ҡалмаһын
Ғәфү ителмәгән гонаһтар.