Ул саҡта Ермолаевола балалар приюты эшләй ине (һуңынан яптылар), тап ошо приютҡа тип бирелде был майҙансыҡ, Хәмитов республика башлығы булған саҡ, был ҡыуанысты ул да килеп уртаҡлашҡаны хәтерҙә. Спорт майҙанында балалар уйнаны, ҡышын хоккей, йәйҙәрен – башҡа уйындар. Икенсе һанлы мәктәп уҡыусылары өсөн дә йәтеш ине, әҙер майҙан, кәртәле, сыҡ та күңелең булғансы уйна. Етмәһә, был мәктәптең спортзалы эшкинерлек түгел, түбәһенән һыу аға.
Нисәмә йылдар торған ошо майҙансыҡты яңыраҡ һүткәндәр ҙә Аҡһары мәктәбенә алып барып ҡуйғандар. Аҡһарының уҡыу йорто, беләһегеҙ, спорт яғынан дан тота, әлбиттә, уларға был майҙан бик кәрәк, уның файҙаһын күрәсәктәр. Әммә....
Майҙансыҡты алып китеүҙәре менән бола ҡупты: кем алып китте, ниңә алып китте, беҙгә кәрәк тә баһа ул? Район мәғариф бүлеге начальнигының урынбаҫары В. Копылов шулай ҡушҡан тинеләр, был хаҡта береһе лә белмәй ҙә ҡалған, ҡола яланды күргәс кенә, ҡобаралары осоп, тауыш күтәргәндәр.
- Һеҙгә барыбер кәрәкмәй ул, унда уйнамайһығыҙ.
- Нисек уйнамайбыҙ, беҙҙең «Ғаилә» үҙәгенә килгән сабыйҙар шунда уйнай ине, икенсе мәктәп балалары ла физкультура дәрестәрендә сыға ине ошонда. Ниндәй башбаштаҡлыҡ ул – тотҡан да, береһе менән кәңәшләшмәй, алған да киткәндәр.
Мәҡәлә тулы вариантта гәзиттә баҫыласаҡ.