Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
16 Апрель , 12:07

Булыр!

Бөтәһе лә беҙ тигәнсә булыр!

Булыр!
Булыр!

Бөтәһе лә беҙ тигәнсә булыр!
Хаҡлыҡ беҙҙең яҡта сағында.
Кистәребеҙ моңһоу булғанда ла,
Бәхет көтөр барыбер таңында!
Яҡшы булған ерҙә насар ҙа бар,
Еңеү булған ерҙә - еңелеү,
Шатлыҡтарҙы һағыш алыштыра,
Һөйөү булған ерҙә бар көйөү...
Бөтәһе лә - тормош! Бары күңел
Ғәмһеҙлеккә генә күнмәһен!
Тормошоңа өмөт - ышанысың,
Йөрәктә дәрт кенә һүнмәһен!
Ҡыш артынан һәр саҡ яҙ килгәндәй,
Моң - зарҙарҙы еңер наҙ булыр...
Бөтәһе лә беҙ тигәнсә булыр!
Моңһоу эңер яҡты таң булыр!
Сәкинә Тотманова

Автор:
Читайте нас