Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
16 Апрель , 08:46

Сәнғәт әҫәре

Беҙҙең яҡтарҙа фонтан ерегеп китә алманы.

Сәнғәт әҫәре
Сәнғәт әҫәре

Күмертауҙағы Ғафури паркындағы бынауыныһы ғибрәт булып, кешене яфалап (йылына әллә нисә таҙарталар) тора. Ермолаевоныҡы ла шулай: ҡуйғаны бирле сәптергәне юҡ, әйткәндәй, район башлығы район үҙәгендәге фонтанды 9 майға эшләтеп ебәрергә кәрәк тине. Килеп сығырмы был эш, байрамда күрербеҙ. Ә Ғафури янындағы фонтанды ҡала халҡы, башҡаһына өмөт ҡалмағас, үҙҙәре, нисек ҡулынан килә, шулай, матурларға тырыша. Бына әле ошондай «һәйкәл» ҡуйып киткәндәр.  Афарин, билдәһеҙ «скульптор»! Һинең эшең ысын сәнғәт әҫәре, ҡалаға яңы төҫ керетеп, йәмләп тора.

Автор:
Читайте нас