Теманан йыраҡ торғанының аңы, моғайын, ошондайыраҡ ирҙе һүрәтләйҙер: йонсоған, битен шырыш баҫҡан, ҡырынмаған, күҙҙәрендә төпһөҙ һағыш...
Бындай кешеләр беҙҙең Рәлиф менән Айҙарҙы күрһендәр ине. Вахтовик ирҙәр, ҡайҙан ирҙәр булһын, егеттәр - бөгөндән 18 йәшлек кәләш алырҙай матурҙар, дәрттәре эстәренә һыймай, ә үҙҙәре ҡалай талантлы!
Видеола вахталағы мәлдәрендә ял итеп ултыралар. Нимә тип әйтергә? Артабанғы тормошоғоҙ ҙа, үҙегеҙ уйнаған моң кеүек, матур булһын, оҙон булһын, йәшегеҙҙе һорамайбыҙ, белмәйбеҙ, әммә шуны, өҫтәп, теләйбеҙ: гел бөгөнгөләй булып ҡалығыҙ - йәш һәм дәртле.
Баҫ гармун телдәренә
Тарт әле куректәрен.
Ҡыҙҙар һөйә егеттәрҙең
Нәҡ һеҙҙең кеүектәрен.