Беҙҙең яҡтарҙа эшләп, эҙен ҡалдырып киткән һәр береһенең яҙмышы, артабанғы юлы менән ҡыҙыҡһынып барабыҙ (кем беҙҙе уҡый, шул белә). Нисек булһа ла, беҙҙең менән бер туҫтаҡтан ашап-эсеп йөрөгән кешеләр, район тарихында ниндәй ҙә булһа эҙ ҡалдырҙылар, беҙ уларға бары тик яҡшылыҡ, барыр юлдарының ҡытыршы булмауын теләйбеҙ.
Азамат Сәйфуллин беҙҙән китте (шуны әйтеп үтеү мотлаҡ: беҙ һөйләшкән, уның менән тығыҙ эшләгән кешеләр А. Сәйфуллинға ауылдарҙағы санкцияланмаған сүплектәҙе бөтөргәне өсөн рәхмәтле, сөгөлдөр цехы янындағы юлды ла рәтләп өлгөрҙө, юғиһә, нисәмә йылдар үҙәккә үткән урам ине ул).
Ҡыҫҡаһы, бер йыл буйына башлыҡ йөгөн тартҡан егетебеҙ әле Шишмә районында башлыҡ урынбаҫары -финанс идаралығы начальнигы булып эшләй. Әйткәндәй, шулай уҡ, күптәребеҙ белгән, бары тик йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алған тағы ла бер егетебеҙ бар - Айрат Зөбәйеров. Ул Федоровка районы башлығы урынбаҫары. Шулай уҡ финанстар өсөн яуаплы.
Ҡайҙа булһағыҙ-эшләһәгеҙ ҙә уңыштар юлдаш булһын һеҙгә, егеттәр!