Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
28 Май , 07:38

Айыҡ ауыл аҡсаһын нимә эшләтәһегеҙ?

Яманһары ауылы был конкурста быйыл лайыҡлы ғына сығыш яһаны.

Айыҡ ауыл аҡсаһын нимә эшләтәһегеҙ?
Айыҡ ауыл аҡсаһын нимә эшләтәһегеҙ?

Әллә күпме саралар үтте Айыҡ ауыл конкурсы сиктәрендә, һанап бөтөүҙәре ауыр (беҙ һәр береһен яҡтыртып барҙыҡ). Әлбиттә, миллион һумдар отоп булманы, шулай ҙа, Яманһарыны бик шәпһегеҙ тип, айырып әйтеп ҡайтарҙылар, аҡса бирҙеләр, балаларға дауаланыу өсөн курортҡа путевка ла, ҡушып, бирҙеләр. 

200 мең һум хәҙерге заманда күп аҡса түгел, шулай ҙа эсте тишмәй, конкурс башында ауылдың һыу башняһын яңыртабыҙ тип дәртләнә инеләр ауылдаштар, әммә 200 мең һумға башня алып булмай, шуға улар клубтың тәҙрәләрен алыштырға тип йөрөй. Быныһы ла һәйбәт эш, яңы тәҙрә иҫкеһе һымаҡ булмаҫ. 

Балаларға путевка тигәндән, әле быныһы хәл ителмәгән - кемгә бирергә? Был путевка иң мохтаж балаға эләгергә тейеш - ошоноһо ғына бәхәсһеҙ. 

Автор:
Читайте нас