Йәшәйеш
3 Июня 2025, 12:06

Иғтибар үҙәгендә өс ауыл

Бөгөн Көйөргәҙе районына республика гәзите хәбәрсеһе килде.

Иғтибар үҙәгендә өс ауылИғтибар үҙәгендә өс ауыл
Иғтибар үҙәгендә өс ауыл

Көн насар тип торманылар (етмәһә, ҡайҙарҙан йөрөргә бит әле – Яҡшымбәт, Свобода юлдары), Рәшит Кәлимуллинды эйәртеп сыҡты ла киттеләр  - Яҡут, Яҡшымбәт, Кинйә-Абыҙ ауылдарына. Ниңә тап ошо өс ауыл ҡыҙыҡһындыра хәбәрсене, әйтмәһәк тә билдәле: тап ошо өсәү «Айыҡ ауыл» конкурсында еңеп сыҡҡайны. Конкурстан һуң ауылдарҙа тормош нисек булып киткән, халыҡ нисек йәшәй, эсеп ятҡан кеше юҡмы, отҡан, яулап алған аҡсаны нисек тотонғандар –  Рәшит Шәрифулла улын барыһы ла ҡыҙыҡһындырған. Тәҫьраттары нисек, ниндәй уйҙар уйлап, фекер төйнәп ҡайтып китте журналист – мәҡәләһе баҫылғас күрербеҙ.

Автор:
Читайте нас