Зариф Закир улы инде икенсе көн беҙҙең яҡтарҙа – кисә Күмертауҙа булғайны, бөгөн районда. Халыҡты ҡабул итте, Атайҙар ҡоро менән дә осрашты.
Һуғышта йөрөгәндәрҙең туғандары- айырым кешеләр, төп иғтибар уларға булырға тейеш, әлбиттә. Депутат әсәләрҙең, кәләштәрҙең аһ-зарын ишетергә тип, район башлығы менән берлектә, хакимиәт залының президумында урын алды.
- Бер закон проекты бар, унда яуҙа йөрөгән ир, әгәр ҙә ул ниндәйҙер ҡатын менән яҙылышмай ҙа йәшәһә, ошо ҡатынға аҡса түләнергә тейеш тип яҙылған. Һеҙ нисек ҡарайһығыҙ был проектҡа?
- Әллә... Ғауғаһы күп булыр ул. Былай ҙа аҡса өсөн талаш-тартҡыш ныҡ күп.
- Шулай уныһы. Һәләк булғандар өсөн күп түләнә, ҙур сумманы күргәс, кеше оят тигәнде лә онота, талашалар, судлаша башлайҙар. Кемдер туғаным аҡсаны алды ла, уны эсеп бөтөп бара тип тә ялыулай... Миңә афғандар килде. Ниңә кешене аҙҙыраһығыҙ, боҙаһығыҙ тиҙәр. Беҙ һуғышҡанда бер тин түләмәнеләр, ә хәҙер...
Репортаж тулы вариантта гәзиттә баҫыласаҡ.