Тарихта гүзәл заттың роле баһалап бөткөһөҙ, ҡайһы бер ирмен тигән ирҙәрҙе лә уй-аңы, аҡылы, фекерләү даирәһе менән уҙып киткән шәхестәр – ҡатындар – аҙ булғанмы? Кешелек донъяға яралғанынан алып, «көсһөҙ енес» ир-атҡа ҡарағанда көслөрәк булып сыҡҡан дәүерҙәрҙе, ошо ҡатындарҙың үҙҙәрен кем белмәй? Клеопатра, Жанна Д’Арк, Екатерина Медичи, Мария Стюарт, Екатерина II, Роза Люксембург, Индира Ганди, Маргарет Тэтчер...
Былары, ярар, тарихи шәхестәр, ҡәҙимге тормошта ла, тарихта эҙ ҡалдырмаған һәр гүзәл зат та кемдеңдер йөрәгендә мотлаҡ эҙ ҡалдыра, яҙмышына хәл иткес йоғонто яһай. Ирҙе ир иткән дә, ер иткән дә ҡатын тип юҡҡа әйтмәйҙәр.
...Йәй уртаһының иртәһендә ниңәлер ошолар тураһында уйҙар килде. Хәйерлегә булһын.