Йәшәйеш
5 Июля 2025, 03:30

Көйөргәҙелә тиҙҙән кем ҡалыр?

Тыуым кәмей, үлем арта

Көйөргәҙелә тиҙҙән кем ҡалыр?Көйөргәҙелә тиҙҙән кем ҡалыр?
Көйөргәҙелә тиҙҙән кем ҡалыр?

Башҡортостанда былтыр 32 968 бала донъяға килгән, был һан унан алдағы йылға ҡарағанда 6,8%-ҡа аҙыраҡ.
Тыуым ни бары 8 муниципалитетта ғына артҡан. Көйөргәҙе районы, ҡыҙғаныс, насар зонаға эләккән: беҙҙең районда 1000 кешегә тыуым күрһәткесе 6,2 һанын тәшкил итә (республикала – 8,1).
Башҡортостанда 2024 йылда 51 214 кеше үлгән, был һан алдағы йыл менән сағыштырғанда 7,4%-ҡа күберәк. Республиканың 13 районы халыҡтың теге донъяға күпләп китеүе йәһәтенән иң насары тип табылған. Был алама исемлектә Көйөргәҙе районы ла бар (республиканың үлем күрһәткесенән 1,3-1,4 тапҡырға юғары).

Автор:
Читайте нас